Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2021, 11:59

Төрөмбәт мәктәбе уҡыусылары - Ю.Гагарин исемендәге кубогына олимпиада призерҙары

Август Педагогик кәңәшмәһендә уларҙы ҡотланылар

Төрөмбәт мәктәбе уҡыусылары - Ю.Гагарин исемендәге кубогына олимпиада призерҙары
Төрөмбәт мәктәбе уҡыусылары - Ю.Гагарин исемендәге кубогына олимпиада призерҙары

Ю.Гагарин исемендәге кубогына олимпиада – патриотик белем биреү проекты. Унда ҡатнашып, йыл һайын уҡыусылар төрлө предметтар буйынса белем кимәлен һынап ҡарай.

Төрөмбәт ауылы мәктәбе уҡыусылар быйыл яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Айһылыу Әхмәтова –биология, Дим Ғәлимов –физкультура буйынса Гагарин Кубогының республика призерҙары булды. Быйыл үткән Меркет башҡорттары йыйынында 3 класс уҡыусыһы Дим Меркет ырыуы батыры исеменә лә лайыҡ булғайны.

Августа үткән традицион педагогик кәңәшмәлә уларҙы район мәғариф бүлеге етәксеһе Рөстәм Ғиләжетдинов ҡотланы.

Уҡыусыларҙың уңыштарында уларҙың уҡытыусыларының да хеҙмәте ҙур. Улар өсөн дә был ҙур баһа.

Уҡыусыларға афарин, артабан да һынатмаһындар!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в