Рух
+27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2021, 09:37

АУЫРҒАЗЫНАН ДА БҮЛӘКЛӘНЕҮСЕЛӘР БУЛЫУЫ ҺӨЙӨНӨСЛӨ

9 АВГУСТА, ТӨҘӨҮСЕЛӘР КӨНӨНДӘ, ӨФӨЛӘ ОШО ТАРМАҠТА ЭШЛӘҮСЕЛӘРҘЕ БҮЛӘКЛӘҮ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ

АУЫРҒАЗЫНАН ДА БҮЛӘКЛӘНЕҮСЕЛӘР БУЛЫУЫ ҺӨЙӨНӨСЛӨ
АУЫРҒАЗЫНАН ДА БҮЛӘКЛӘНЕҮСЕЛӘР БУЛЫУЫ ҺӨЙӨНӨСЛӨ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров байрам уңайынан төҙөүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Һөнәри ҡаҙаныштары өсөн 77 хеҙмәткәргә орден-миҙалдар, маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.


Әлбиттә, бүләкләнеүселәр араһында райондаштар булыуы бик тә шәп. «Аургазымонтажсервис» йәмғиәте директоры Игорь Иванов һәм «Ажемак» кирбес заводы директоры Наил Сәғәҙиев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән юғары исемгә лайыҡ булдылар.

Уларҙы ошо уңайҙан тәбрикләйбеҙ һәм был тармаҡта эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе Төҙөүселәр көнө менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын, барығыҙға ла ғаилә именлеге, һаулыҡ теләйбеҙ!

aurgazy.bashkortostan.ru яңылыҡтары буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в