Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2021, 12:30

ТУҠАЙ АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕНӘ ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮ ТЕХНИКАҺЫ БИРЕЛДЕ!

Кисә, 4 август,  Стәрлетамаҡ ҡалаһында райондарға туғыҙ берәмек автоном янғын насослы тағылма янғын һүндереү техникаһы тантаналы тапшырылды.

ТУҠАЙ АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕНӘ ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮ ТЕХНИКАҺЫ БИРЕЛДЕ!
ТУҠАЙ АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕНӘ ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮ ТЕХНИКАҺЫ БИРЕЛДЕ!

Уға эйә булыусылар араһында районыбыҙҙың Туҡай ауыл биләмәһе булыуы ла һөйөнөслә.

Техника 2030 ҡәҙәр Башҡортостан территорияһында “Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә алынған.
Сарала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов, Янғынға ҡаршы хеҙмәт начальнигы Рәис Арсланов ҡатнашты.


Тағылмалар ярҙамында урындағы халыҡ көсө менән янғынды һүндереүҙе йәки Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт подразделениеһы килеп еткәнсе янғындың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн сралар күреүҙе ойоштороп була.  
Хәҙер ирекле янғын һүндереүселәрҙең техниканы ҡулланыуҙы үҙләштереп, уны кәрәк саҡта һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк.

Әлбиттә, янғындар булмаһын, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәр кемгә үтәү мотлаҡ. Бигерәк тә әлеге эҫе көндәр торғанда. Имен булайыҡ!

 

Ауырғазы районы хакимиәте сайты материалы ҡулланылды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: