Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2021, 11:25

Башҡортостанда ниндәй сикләүҙәр ғәмәлгә инде?

Республикала 26 июлдән ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға инеү өсөн сикләүҙәр индерелде

Башҡортостанда ниндәй сикләүҙәр ғәмәлгә инде?
Башҡортостанда ниндәй сикләүҙәр ғәмәлгә инде?

 

Башҡортостанда 26 июлдән ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға инеү өсөн вакцинация үтеү хаҡында сертификат (шулай уҡ беренсе компонент менән), прививка эшләтергә ярамауы тураһында белешмә йәки кире һөҙөмтәле ПЦР-тест булыуы тураһында талап көсөнә инде.

 

Ябыҡ биналарҙа эшләгән (50 йәки күберәк урынлы) дөйөм туҡланыу ойошмалары, матурлыҡ салондары, косметика һәм СПА-салондар, массаж салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу ойошмалары, студент ятаҡтары, ҡала-ара пассажирҙар ташыу автотранспорты һәм «Орлан» ҡала яны поезында был талаптар үтәлеүе мотлаҡ.

 

 

Валерий Шахов фотоһы.

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: