Рух
+9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2021, 09:20

ЙӘЙГЕ ЯЛЫҒЫҘ КҮҢЕЛЛЕ БУЛҺЫН!

АУЫРҒАЗЫЛА БЕРЕНСЕ ҺЫУ ИНЕҮ УРЫНЫ БУЛДЫРЫЛДЫ

БАЛЫҠЛЫКҮЛ АУЫЛЫНДА РАЙОН БУЙЫНСА ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫЛҒАН БЕРЕНСЕ ПЛЯЖ РӘСМИ АСЫЛДЫ
ҺАНАУЛЫ КӨНДӘР ЭСЕНДӘ БЫНДА КҮП ЭШ БАШҠАРЫЛА. ЮЛСЫЛАР ХЕҘМӘТ (ТРУДОВАЯ) УРАМЫ АША УРЫНДАҒЫ КАРЬЕРҘАН ИНЕРТ МАТЕРИАЛ МЕНӘН ЮЛ ҺАЛДЫ,
БЫНДА МАШИНАЛАР ҠУЙЫУ УРЫНЫ ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫЛДЫ, ПЛЯЖҒА ТӨШӨҮ ӨСӨН АҒАС БАҪҠЫС ҠУЙЫЛҒАН. ХУЖАЛЫҠ БЛОГЫ МЕНӘН ҠОТҠАРЫУ ПУНКТЫ, ҠОТҠАРЫУСЫЛАР ӨСӨН ТЕЙЕШЛЕ ЙЫҺАЗ ӨСӨН ЩИТ, МӘҒЛҮМӘТ СТЕНДЫ, ЭСКӘМЙӘ, СҮП ҺАУЫТЫ, БӘҘРӘФ БАР.
ҺЫУҺАҠЛАҒЫСҠА КИЛЕҮСЕ ЭЛЕККЕ ЮЛ ШЛАГБАУМ МЕНӘН ЯБЫЛҒАН.
ЯЛ ИТЕҮСЕЛӘР ӨСӨН СИСЕНЕҮ-КЕЙЕНЕҮ КАБИНКАҺЫ УРЫНЛАШТЫРЫЛҒАН. СҮП-САР ӨСӨН ИКЕ КОНТЕЙНЕР ҘА БАР.
БЫНАН ТЫШ, ВОДОЛАЗДАР ЙЫЛҒАНЫҢ ТӨБӨН ТИКШЕРГӘН, ҺЫУ ҺӘМ ҠОМ СИФАТЫНА АНАЛИЗ ЯҺАЛҒАН.
ИКЕ КЕШЕ ҠОТҠАРЫУ ЭШЕНӘ ӨЙРӘНГӘН ҺӘМ ЭШКӘ АЛЫНҒАН.
ХӘҘЕР ИНДЕ БЫНДА ҺЫУ ИНЕҮ ӨСӨН РӘСМИ РӨХСӘТ БАР. АУЫРҒАЗЫЛАР ӨСӨН ХӘҮЕФҺЕҘ ҺЫУ ИНЕҮ, ЙӘЙГЕ ЯЛДЫ КҮҢЕЛЛЕ ҮТКӘРЕҮ МӨМКИНЛЕГЕ БАР.
ӘЛБИТТӘ, ЯЛ ИТЕҮСЕЛӘР ҮҘҘӘРЕ ЛӘ ТАҘАЛЫҠ ҺӘМ ТӘРТИП ҺАҠЛАРҒА ТЕЙЕШ!
(РАЙОН ХАКИМИӘТЕ МӘҒЛҮМӘТЕ БУЙЫНСА).
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в