Белеүегеҙсә, 3-10 июлдә VI Халыҡ-ара фольклориада була.
60 илдән ике мең тирәһе артист Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙенең традицион музыкаһы, бейеүҙәре, халыҡ кәсебе, аш-һыуҙары, мәҙәниәте, милли кейемдәре менән таныштырасаҡ.
Халыҡ-ара фольклориадала ҡатнашыусылар республиканың башҡалаһында ғына түгел, дүрт федераль округҡа берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһаясаҡ. Үҙәк федераль округтар араһында Ауырғазы районы ла бар. Беҙгә 8 июлдә һигеҙ дәүләттең фольклор коллективы килеүе көтөлә. Мәҙәниәт һарайы алдында Боливия, Греция, ЮАР, Панама, Каҙахстан, Берләшкән Арабтар Эмираты, Италия, Испания артистары үҙҙәренең мәҙәни программаһын тәҡдим итәсәк.
COVID-19 пандемияһының хәүефе сәбәпле, санитар нормаларға иғтибарлы булығыҙ, битлек режимын үтәү мотлаҡ.