Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле тәбиғәт күренештәре булыу ихтималлығын киҫәтә: төбәктә янғын сығыу хәүефе юғары ҡала. 17 июнь көндөҙ күк күкрәүе, борсаҡ яуыуы, урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Яуым ваҡытында юлдарҙа күреү кимәле 1-2 саҡрым тәшкил итәсәк.
Алдағы көндәрҙең аяҙлы-болотло булыуы, республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, күк күкрәүе фаразлана.
Төнөн һауа температураһы 15-20, көнсығышта +10-ға тиклем, көндөҙ 22-27, көньяҡ райондарҙа + 32 градус буласаҡ.
Елдең тиҙлеге артыуы хәүеф тыуҙыра, һаҡ булығыҙ!
Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!