Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2021, 13:39

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Ауырғазы күп профильле колледж директоры Миңнулла Хоҙайбирҙинде Радий Хәбиров бүләкләне

Ауырғазы күп профильле колледжы директоры Миңнулла Хоҙайбирҙин «Хеҙмәт даны» миҙалы менән бүләкләнде.
11 июндә баш ҡаланың Профсоюздар йорто алдында Мостай Кәрим исемендәге скверҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә ошо бүләкте тапшырҙы. Республикала тәүгә тапшырылған көмөш миҙалға лайыҡ булыусылар араһында яҡташыбыҙ булыуы ҡыуаныслы хәл.

«Хеҙмәт даны» миҙалы 2019 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән булдырылған, ул һөнәри оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы фиҙаҡәр хеҙмәт, юғары ҡаҙаныштар яулаған өсөн тапшырыла.

Радий Хәбиров бүләкләнеүсе һәр кемдең күп йыллыҡ хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы, тыуған республикаға килтергән файҙаһы өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Белешмә.
Миҙал көмөштән эшләнгән. Унда ҡурай сәскәһен ҡосҡан ҡулдар һынландырылған. Уң яғына башаҡ, һул яғына тешле тәгәрмәс ҡуйылған, улар таҫмалар менән уратып алынған. Өҫтөндә - “Башҡортостан Республикаһы”, аҫтында “Хеҙмәт даны” тип яҙылған. Миҙалдың икенсе яғында баҫыу һүрәтләнгән.
Читайте нас: