Рух
-12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2021, 10:55

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте хәйриә ярҙамы күрһәтеп тора

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр клубына хәйриә ярҙамы күрһәтте.
«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Ҡалтасы районының “Үҙәк” балалар һәм үҫмерҙәр клубына мебелдәр һәм ҡорамалардар һатып алыу өсөн хәйриә ярҙамы күрһәтте.
Предприятиеның бүленгән аҡсаһына клуб өсөн ноутбук, күп функциялы ҡоролма, акустик системаһы комплекттарын, шкаф, яҙыу өҫтәле, ултырғыстар һәм стеллаждар һатып алынды. Былар барыһы ла клуб тәрбиәләнеүселәренә төрлө саралар ойошторорға, мультимедиа сараларын ҡулланып дәрестәр үткәрергә ярҙам итә. Ғөмүмән, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормош өсөн уңай шарттар булдыра.
Бер нисә йыл рәттән “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Ҡалтасы районының мәғариф һәм социаль учреждениеларына ла ярҙам итеп килә. Мәктәп белемен үҫтереүгә йүнәлтелгән Транснефть корпоратив программаһы сиктәрендә Күтәрем урта дөйөм белем биреү мәктәбенең физика, химия, математик һәм информатика кластарына ремонт яһалды. Шулай уҡ яңы мебель һәс ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Бынан тыш, 2020 йылда сәнғәт мәктәбенә музыкаль инструменттар һатып алынғайны.
БЕЛЕШМӘ:
Ҡалтасы районының Үҙәк клубы 1993 йылда асылған. Был клуб балалар һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороу , ауыр тормош хәленә эләккән һәм профилактик иҫәптә торған балалар өсөн булдырылған. Мәҙәни-күмәк, профилактик, патриотик һәм ижтимағи саралар ойоштороуҙа, клубтың 4 меңдән ашыу балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша. Бында Ҡалтасы ауылы балалары һәм яҡын тирәләге тораҡ пунктарҙа йәшәүселәр инә. Клуб төрлө йәмәғәт эштәрендә даими ҡатнашып килә. Шулай уҡ ирекмәндәр ойошмаһы, “Йәш армиясы”лар бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте лә эшләп килә. Барыһы ла кластан тыш белем биреү эшмәкәрлеген,спорт һәм мәҙәни саралар ойошторорға ярҙам итә.
Читайте нас в