Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2021, 16:26

Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы бара

Бөгөн Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы башланды. Унда Ауырғазы районынан шағир Вәрис Аҡбашев та ҡатнаша.

Форум ике көн дауам итәсәк. Әҙәби сара республиканың һәм башҡа төбәктәрҙән ҡәләм оҫталарын бергә туплай. Өфөнөң “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында үткән форумға Силәбе, Ырымбур, Ростов, Калуга өлкәләре, Перм крайы, Татарстан республикаһынан яҙыусылар килгән.
Бында төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу майҙандары эшләйәсәк: тәржемә эшмәкәрлеге, әҙәби тәнҡит, балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте, драматургия, нәшер итеү эше, заманса һанлы мөхиттә китаптарҙы билдәлерәк итеү.
Ҡатнашыусыларҙы “Шағир көндәлеге” фильмын төшөрөү барышы менән дә таныштырасаҡтар.
Сара эксперттары булараҡ Мәскәү, Ярославль, Махачкала, Новосибирскиҙан әҙәби журналдар, нәшриәттәр вәкилдәре, яҙыусылар, әҙәби тәнҡитселәр сығыш яһай.
Форумдың икенсе көнөндә әңгәмә майҙансыҡтары ойошторола, унда балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәтенең бөгөнгөһө һәм киләсәге, тәржемә эше, милли драматургия хаҡында фекер алышасаҡтар.
шулай уҡ йыйылыусылар республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡ, Әҙәбиәт, китап нәшриәте, әҫәрҙәрҙе башҡа телдәргә тәржемә итеү буйынса көнүҙәк һорауҙар ҡараласаҡ. Дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы ла буласаҡ.

https://kurultai.ru/ сайтынан.
Читайте нас: