Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2021, 09:20

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ БАЙРАМЫ ҠАСАН БУЛА?

Быйыл Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау байрамы 22 майға билдәләнгән.

Мәғариф һәм фән министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар өсөн берҙәм һуңғы ҡыңғырау байрамы 22 майҙа, шәмбе көнөндә, ойошторола.
Роспотребнадзор байрамды уҙғарыу өсөн әҙерләгән тәҡдимдәргә ярашлы, сараны асыҡ һауала үткәрергә, уҡыусылар араһында социаль дистанцияны һаҡларға, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабанан файҙаланырға, битлек кейергә, бүлмәләрҙе елләтергә тәҡдим ителә.
Сығанаҡ: https://education.bashkortostan.ru/
Читайте нас: