Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2021, 14:53

СӘСЕҮ ДАУАМ ИТӘ

«Урожай» яландарында көнгә төндө ялғап сәсеү бара

Баҫыуҙарҙа 18 сәсеү агрегат мәшғүл, шул иҫәптән 10 сәсеү комплексы бөртөклөләрҙе, 3-һө рапсты һәм 5-һе көнбағыш сәсә.
Бөгөн, 6 май иртәһенә барлығы 8,5 мең гектар майҙанда, был пландың 27 % -ы, эштәр тамамланған. Бөртөклөләр - 20 %, көнбағыш - 50 % һәм рапс 67 % майҙанда сәселгән. Ужым һәм күп йыллыҡ культуралар үҫкән баҫыуҙан ашландырылған.


Хужалыҡта сәсеү миҙгеленә ныҡлы әҙерләнгәндәр. Техника ваҡытында ҡаралған, ремонтланған, кәрәкле күләмдә яғыулыҡ материалдары һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары булдырылған.
362 миллион һумлыҡ 44 берәмек төрлө техника һатып алынған. Сортын яңыртыу һәм алмаштырыу өсөн арпаның үҙенсәлекле төрөнөң орлоҡтарын 45 тонна, һабан бойҙайын 80 тонна әҙерләгәндәр.
Мул уңыш булырына ышанырға ғына ҡала.
Сығанағы: Ауырғазы районы ауыл хужалығы идараһы.
Читайте нас: