Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2021, 14:50

ӨФӨЛӘ ТАМАРА ТАНҺЫҠҠУЖИНАНЫ ТАНТАНАЛЫ ҠАРШЫ АЛДЫЛАР

Шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина бөгөн, 5 майҙа, иртән башҡалаға ҡайтып етте.Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара Тамара Михайловнаны яҡын туғандары, шашкасылар, тренерҙар, республика халҡы, ирекмәндәр һәм журналистар ҡаршы алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 майҙа Варшавала халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеменә матч тамамланды, унда 42 йәшлек Тамара Танһыҡҡужина 29 йәшлек поляк спортсмены Наталья Садовскаяны еңде. Чемпионат 27 апрелдәге ваҡиға менән бәйле үҙенә ҙур иғтибар йәлеп итте. Дүртенсе раундта уйын ваҡытында өҫтәлдә Рәсәй флагын күргән матч сәркәтибе Яцек Павлицкий килеп, уны алып ҡуя. Башҡортостан спортсыһы ошо хәлгә иғтибарын бүлеп, тупаҫ хата ебәрә һәм еңелә. Киләһе уйындар алдынан теләктәшлек йөҙөнән Садовская өҫтәлдән үҙ иленең флагын алып ҡуя.
Уның был ҡылығын Польшала Бөтә ил шашка ойошмаһының Рәсәй яғына ҡарата агентсвоның ҡарарҙарын үтәмәү сәбәпле Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлығынан сығарылыуы ихтималлығы менән аңлаттылар. Белеүебеҙсә, донъя чемпионаттары һәм олимпия уйындарында Рәсәй спортсылары Рәсәй флагы аҫтында сығыш яһай алмай, улар хөрмәтенә дәүләт гимны яңғырамай.
Тамара Михайловнаны Өфө аэропортында флагтар, шарҙар һәм сәскәләр менән ҡаршы алдылар.
– Тыуған ерҙә иң яҡшыһы: барыһы ла артта. Минең уҡыусыларым, яратҡандарым килгәнгә шатмын, - тине ул. - Мине ҡаршыларға тәүге тапҡыр кеше шулай күп булды. Был спорт карьераһының иң юғары нөктәһе тиергә була!..
Уйын ҡатмарлы булды, сөнки спорттан башҡа сәйәси аспекттарға ҡағылған өлөшө булды. Бер кем дә еңелергә теләмәне. Һәр яҡтың көйәрмәндәр күп булды. Минең ышаныслы булыуым һынатманы. Кем социаль селтәрҙәрҙә минең өсөн көйҙө, һүҙ менән көс бирҙе – барыһына ла рәхмәт, – тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты чемпион.
Аэропорт шашка королеваһы менән бергәләп фотоға төшөргә теләүселәрҙән ҙур сират теҙелде. Шулай уҡ ул автографтар таратты, тренеры Юрий Чертоктың «Шашка яратыусыға» китабына теләктәр яҙып бирҙе.
Чемпион үҙенең яҡын киләсәккә пландары тураһында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан.
Фотолар: Айгөл ХАФИЗОВА.
Читайте нас: