Бүленгән ошо биләмәлә археологик фондһаҡлағыс менән асыҡ һауала «Атайсал — ата-бабалар ере» архитектура-этнография музейын асыу күҙаллана. Ул Башҡортостандың Һынлы сәнғәт музейы биләмәһендә буласаҡ.
«Атайсал — ата-бабалар ере» - Башҡортостанда башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын тәшкил иткән архитектура һәйкәлдәрен асыҡ һауала урынлаштырыусы берҙән-бер музей була.
Был объектты республиканың туристик маршруттарына индерергә мөмкинлек бирә. Урман-парк зонаһын төрлө кимәлдәге мәҙәни сараларҙы ойоштороу өсөн файҙаланырға уйлайҙар.
.Сығанаҡ: https://tu02.rosim.ru/press/399256