Рим Мәхмүт улы – 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романстар авторы. Уның йырҙары төрлө телдәрҙә яңғырай. Композиторҙың «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс», «Мәңгелек мөхәббәт», «Юҡҡа түгелдер» кеүек һәм башҡа йырҙары башҡорт эстрадаһының классик әҫәрҙәренә әүерелгән. Күп йырҙарының һүҙҙәрен дә ул үҙе яҙған.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы 2010 йылдан башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыусы күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә тапшырыла.