Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2021, 11:42

«БАШҠОРТОСТАН ҮЛӘНДӘРЕ» ИҢ ЯҠШЫҺЫ ТИП ТАНЫЛДЫ

12 -16 апрелдә Мәскәүҙең «Экспоүҙәк» күргәҙмә үҙәгендә XXVIII халыҡ-ара аҙыҡ-түлек, эсемлектәр, уларҙы әҙерләү өсөн сеймал күргәҙмәһе үтте. Унда Башҡортостандың ете компанияһы ҡатнашты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Күргәҙмәлә республика предприятиелары коллектив экспозицияла «Башҡортостанда эшләнгән» тигән берҙәм бренд менән тәҡдим ителде. Кондитер әйберҙәре менән «ВНС Фуд», «МК «Сава» - колбасалар, «Урал» - косметика һәм һаулыҡ өсөн продукция, «Контроль пакет» - һығылмалы полимер ҡаптар, «Башҡорт балы етештереү үҙәге» - тәбиғи башҡорт балы, «Бүздәк - Аҙыҡ-түлек промышленносе» - емеш-еләк консерваларының киң ассортиментын күрһәтте. Ә тәбиғәт үләндәре нигеҙендә етештерелгән продукция алып килгән «Башҡортостан үләндәре» компанияһы «Иң яҡшы продукт - 2021» конкурсында алтын миҙалға лайыҡ булды.
««Башҡортостан үләндәре» компанияһының еңеүе республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларының һөҙөмтәле эшләүен күрһәтә. Күргәҙмәлә ҡатнашыуҙың төп маҡсаты – предприятиеларҙың экспорт мөмкинлектырен асыҡ, уларҙың тауарҙарын тышҡы баҙарға сығарыу, Рәсәй төбәктәре менән эшлекле бәйләнештәр булдырыу, шулай уҡ халыҡ-ара берләшмәләр менән ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыу», - ти Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
«Күргәҙмә йыл һайын төрлө төбәктәрҙән һәм төрлө илдәрҙән ҡатнашыусыларҙы йыя. Беҙ Мәскәү, Санкт-Петербург дистрибьюторҙары менән әһәмиәтле контракт төҙөнөк, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Словения менән экспорт тураһында һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Һәм, әлбиттә, еңеүебеҙ менән ғорурланабыҙ», - тип йомғаҡланы «Башҡортостан үләндәре» йәмғиәтенең үҫеш буйынса директор урынбаҫары Эвелина Кәримова.
Республика компанияларының күргәҙмәлә ҡатнашыуы «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Белешмә: «Продэкспо» - һөнәри ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, күргәҙмә майҙаны буйынса иң эре Рәсәй күргәҙмәһе. Унда бөтә донъя буйынса көндәлек аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәрҙән башлап иң яҡшы сифатлы деликатестарға тиклем тәҡдим ителә. Шулай уҡ органик, спорт туҡланыуы, сәләмәт тормош өсөн, хәләл, кошер (йәһүд дине буйынса), экзотик ашамлыҡтар ҙа ҡуйыла.
Читайте нас: