Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2021, 11:23

Ғаиләләргә 10 мең һум түләнәсәк, тип белдерҙе Путин

Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда Рәсәй президенты Владимир Путин, быйыл август аҙағында мәктәп йәшендәге, шулай уҡ беренсе класҡа барырға тейешле балалары булған ғаиләләрҙәге һәр балаға 10 мең һум түләнә, тип белдерҙе.

«Әсәй йәки атай кеше балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән, тыуыу тураһында таныҡлыҡта ата-әсәләрҙең береһе күрһәтелмәгән йә иһә ата-әсә айырылған ғаиләләргә айырым ярҙам күрһәтергә кәрәк. 1 июлдән тулы булмаған ғаиләлә үҫкән 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләү – ил буйынса уртаса 5600 һум тәғәйенләнә», — тине ил башлығы.
Шулай уҡ бала көткән һәм матди ярҙамға мохтаж ҡатын-ҡыҙҙарға булышлыҡ күрһәтергә, йөклөлөктөң иртә срогында иҫәпкә торған һәм матди хәле ауыр булған ҡатын-ҡыҙҙарға уртаса 6350 һум күләмендә айлыҡ түләүҙе күҙ уңында тоторға тәҡдим итте.
Владимир Путин быйылдан 7 йәшкәсә баланы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы эш хаҡынан 100% күләмендә түләнергә тейешлеген дә билдәләне.
Читайте нас: