Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2021, 10:19

VI БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫНДА ЭШЛӘҮ ӨСӨН ИРЕКМӘНДӘР ЙЫЯЛАР

Иң ҙур халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале – 2021 йылда үтәсәк VI Халыҡ-ара Фольклориадала эшләү өсөн ирекмәндәр йыйыу кампанияһы дауам итә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Был ҙур сара 1 июлдән 11 июлгә тиклем Башкортостанда уҙасаҡ.
Һайлап алынған кандидаттар мотлаҡ курстар үтә. Ирекмәндәр фестиваль саралары тураһында мәғлүмәт алып ҡына ҡалмай, сит телдәрҙе белеү кимәлен үҫтерә һәм башҡа тейешле күнекмәләрҙе камиллаштыра аласаҡ.
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында ирекмәндәр хәрәкәтенә ҙур иғтибар бирелә. «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» төбәк проекты ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүҙе, балаларҙың һәм йәштәрҙең талантын һәм һәләттәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Был йәмәғәт башланғыстарын һәм проекттарына ярҙам итеү аша ирекмәндәр хәрәкәтенә йәлеп итеү юлы менән тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: