Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2021, 09:29

КРАСНОУСОЛДА МЕДИАЙЫЙЫН ОЙОШТОРОЛА

16-17 апрелдә Красноусол ҡасабаһында милли киң матбуғат сараларының «Медиайыйын» форумы үтәсәк. Был турала “Башинформ” хәбәр итә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, программала бер нисә секция эше ҡаралған. Уларҙа республика, район баҫма һәм электрон милли матбуғаты мөхәррирҙәре, журналистары ҡатнашасаҡ.
Форумдың маҡсаты — республика халыҡтарының үҙенсәлеген һаҡлау, йәмғиәттә татыулыҡты нығытыу буйынса мөһим сара булараҡ Башҡортостан халыҡтары телдәрендәге баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларына булышлыҡ итеү; яңы эш формаларын, дөйөм мәсьәләләрҙе асыҡлау; милли матбуғат вәкилдәренә артабанғы һөнәри үҫешкә стимул биреү.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, беҙ туған телдәрҙе һаҡлауҙа милли киң матбуғат саралары мөһим урын алып тора тип иҫәпләйбеҙ, шуға күрә милли матбуғат форумын үткәреү башланғысы менән сыҡтыҡ, тине.
«Һәм, әлбиттә, бөгөнгө баҙар шарттарында улар үҙҙәрен нисек тоя, дәүләттән ниндәй ярҙам саралары кәрәк, ошо шарттарҙа улар нисек интернет мөхитенә сыға, социаль селтәрҙәр аша аудиторияһын нисек арттыра, ниндәй яңы перспективалар күрә – шуларҙы аңлау мөһим», — тип аңлатты ул.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: