Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 13:48

ТӨБӘК ОПЕРАТОРЫНЫҢ АВТОПАРКЫ ЯҢЫ ТЕХНИКА МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫ

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» предприятиеһы «Ишимбай махсус техникаһы» компанияһы заводы етештергән яңы сүп-сар ташыу машинаһын һынау режимында линияға сығарҙы. Был турала төбәк операторы вәкиле Андрей Яматин белдергән.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Махсус техника ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы, шулай уҡ ҙур күләмле сүптәрҙе лә сығарыуға яраҡлаштырылған. Һөҙөмтәлелеге буйынса бер автомобиль бер нисә берәмек иҫке техниканы алмаштыра, шул уҡ ваҡытта уның атмосфераға зарары әҙерәк, ул экологик йәһәттән яҡшыртылған.
- Беҙҙең бар техника экология стандарттарына тап килә һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереүҙә хеҙмәтләндереү маҡсатында даими яңыртыла. Был тулыһынса «Экология» милли проектының бурыстарына һәм мәсьләләренә тап килә, - тине төбәк операторы вәкиле.
Читайте нас: