Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 19:01

МАЙ БАЙРАМДАРЫНДА НИСЕК ЯЛ ИТӘБЕҘ?

Майҙа Башҡортостанда быйыл өс байрам: 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө һәм 13 май – Ураҙа байрамы. Шулай итеп, беҙҙе өҫтәмә өс ял көнө көтә.

Биш көнлөк эш аҙнаһында 2021 йылдың 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре булып иҫәпләнә. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 30 апрелдә (йома) һәм 12 майҙа (шаршамбы) эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре — 1, 9 һәм 13 май отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

(«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәренән).

Читайте нас: