«Йәшел Башҡортостан» экологик проекты ҡыҫаларында төбәктең барлыҡ мәктәптәрендә һәм өҫтәлмә белем биреү учреждениеларында экологтар, уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу һәм уны икенсел эшкәртеү тураһында ҡыҙыҡлы лекциялар үткәрә.
Бынан тыш, Өфөнөң балалар экология-биология үҙәге уҡыусыларҙың ижади эштәренән күргәҙмә планлаштырған: «Сүп-сарға ҡаршы экобилдә» плакаты, «Пластик хендмейд» ҡул эштәре, шулай уҡ «Беҙҙең экологик ғәҙәттәр» экологик квизы, «Сүп-сар батшабикәһенә суд» театр-экспромты, акцияларға йомғаҡлау, экоғаилә конкурстары, фильмдар ҡарау һ.б.
Өфөлә был аҙналыҡта шәмбе өмәләре генә түгел, ә музыка, конкурстар, һыйлауҙар һәм төрлө сюрприздар менән ысын мәғәнәһендә байрамдар ҙа үтәсәк.
Ҡалдыҡтарҙы айырым йыясаҡтар. Иң әүҙемдәр бүләкләнәсәк.
- Балаларҙың иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өйөлөп ятҡан сүплектәр күләмен кәметәсәгенә, уның экологияға ыңғай тәьҫиренә йүнәлтәбеҙ. Был ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеүгә өйрәнеүгә мөһим аҙым. Хәлде яҡшыртыу өсөн экологик мәҙәниәтте үҫтерергә, халыҡтың белемен күтәрергә, бала саҡтан уҡ ошо ҡағиҙәләргә өйрәтергә кәрәк, - тип билдәләйҙәр Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.