Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 18:51

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘЫУҒА ҠУШЫЛЫҒЫҘ!

"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2021" акцияһы 24 апрелдә үтәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова "Бәйләнештә" селтәрендә быйылғы башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты үткәреү датаһын белдерҙе. "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2021" акцияһы 24 апрелдә үтәсәк.
Диктантта ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ һылтанмаһы буйынса теркәлергә кәрәк.
Акцияла ҡатнашыусылар йылдағыса диктантты башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап яҙа ала.
24 апрелдә Өфө ваҡыты менән иртәнге сәғәт 11-ҙә дөйөм белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмаларында диктант яҙыу ойошторола. Башҡортостан юлдаш телеканалында, акцияның рәсми сайтында, YouTube видеохостингында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә тура трансляция була:
11.00 – 11.25 – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн диктант;
11.30 – 12.00 – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн диктант;
12.05 – 12.30 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән ҡатнашыусылар өсөн диктант.
Дикторҙар:
Илшат Абдуллин, «Бүреләр» төркөмө солисы — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн.
Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн.
Альберт Исмаил, «Хаят-Исмаил» төркөмө ағзаһы, «Без башҡортлар» хәрәкәте әүҙемсеһе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: