Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2021, 10:16

Өршәк һәм Әй йылғалары ҡапыл ташҡан

Башгидрометүҙәк белгестәре Өршәк һәм Әй йылғаларының ҡапыл ташыуын теркәгән. Был турала “Башинформ” хәбәр итә.

Ляхов ауылы янында тәүлек эсендә һыу кимәле 178 сантиметрға күтәрелгән, тип хәбәр итәләр. Әлеге ваҡытта – 323 сантиметрға еткән. 540 сантиметр кимәленә еткән осраҡта, туғайҙы һыу баҫыуы көтөлә, тип белдерә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
«Мәтәле ауылы эргәһендәге Әй йылғаһының тәүлек эсендә 127 сантиметрға күтәрелеүе теркәлгән, хәҙер уның кимәле – 412 сантиметр. 690 сантиметрға етһә, туғай һыу аҫтында ҡала. Дим йылғаһында һыу кимәле 77 сантиметрға күтәрелеп, 319 сантиметр тәшкил иткән», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Йорттарға һыу баҫыу хәүефе янамағанлығын да белдерәләр.
Читайте нас: