Унда Рәсәйҙең 40 субъектынан конкурсанттар һәм эксперттар ҡатнашасаҡ.
Ярыштар майҙансығы булып Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм һәм хәүефһеҙлек һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледждары тора.
IX Милли чемпионат финалына эләгеү өсөн Башҡортостандан 82 конкурсант ҡатнаша, улар араһында 14-16 йәшлектәр – 21, 16-22 йәшлектәр - 61 кеше.
Һайлап алыу ярыштарында еңеүселәр Өфөлә 21-26 июлдә үтәсәк чемпионат финалында ҡатнашыу бәхетенә эйә була.