Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2021, 11:11

БАШҠОРТОСТАНДА ЭКОЛОГИК БЕЛЕМ АҘНАЛЫҒЫ БУЛАСАҠ

Республикала 12 апрелдән 17 апрелгә тиклем экологик белем аҙналығы үтәсәк.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Акцияны Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойоштора.
«Йәшел Башҡортостан» республика экология белем биреү проекты сиктәрендә төбәктең барлыҡ мәктәптәрендә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү һәм уларҙы айырым йыйыу өлкәһендәге реформаға бағышланған тематик дәрестәр һәм кластан тыш саралар үткәреләсәк.
- Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә дәүләт алып барған сәйәсәттең уңышлы тормошҡа ашырылыуы күп осраҡта халыҡтың экологик белеме кимәленән тора. Шуға күрә йәш быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү кешеләрҙең экологик белемен үҫтереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Бының өсөн тәбиғәтте һаҡлау буйынса акциялар, фәнни-ғәмәли конференциялар, форумдар, экодәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре ярҙамға килә.Төбәктә был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирелә. Ул «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» федераль проектының бурыстарына һәм мәсьәләләренә тулыһынса тап килә, - тип билдәләй Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдар Ғәрифуллин.
Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәктәптәр һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн әҙер экодәрестәр һәм методикалар менән ҡулланырға тәҡдим итә.
Читайте нас: