Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 10:11

ЯҢЫ МӘКТӘП АВТОБУСТАРЫ БУЛАСАҠ

Ауырғазы районына ла ике автобус бүленергә тейеш

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы 6-16 йәшлек балаларҙы ташыу өсөн 41 автобус алыуға заявка бирә.
Автобустар Башҡортостандың ҡала һәм райондарына биреләсәк.
Был исемлектә Ауырғазы районының ике мәктәбе – Талбазы ауылының 3-сө мәктәбе һәм Мәсәйле ауылы мәктәбе – бар.
Автобустарға талаптар ҡәтғи: улар 2021 йылда сығарылырға тейеш. Тағы ла башҡа техник талаптар үтәлеүе мотлаҡ. Әлбиттә, һары төҫлө автобуста «Балалар» («Дети») яҙыуы мотлаҡ. Балалар өсөн 18-ҙән дә кәм булмаған ултырыу урыны, бер урын оҙатып барыусы өлкән кешегә булырға тейеш.

Салонда хәүефһеҙлек саралары, тейешле яҡтылыҡ, тауыш һәм яҡтылыҡ сигнализацияһы, сигнал төймәһе һ.б. тейешле ҡоролмалар булыуы талап ителә.
Район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: