Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 09:33

«Тамыр» «Йырлы донъя Нурбостан» байрамына саҡыра

12 апрелдә «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы «Йырлы донъя Нурбостан» байрамын ойоштора һәм йәш дуҫтарын «Башҡортостан» дәүләт концерт залына саҡыра, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Үткән йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына башҡорт телендә тәүге «Нурбостан» анимация сериалы төшөрөлдө.
«Күп йылдар хыялланған проектты былтыр ғына тормошҡа ашыра алдыҡ. Пандемия шарттарында йәш тамашасылар менән онлайн – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында осраштыҡ. Ләкин «Нурбостан» байрамында йәнле аралашыу, сериалдың үҙенсәлекле геройҙары һәм тарихы менән таныштырыу мөһим. Шулай уҡ анимация сериалының икенсе миҙгелен төшөрөү өсөн дә мөмкинлек булыр тип өмөтләнәбеҙ», — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
«Нурбостан» анимация сериалының беренсе миҙгеле 12 сериялы. Сағыу геройҙар, башҡорт легендалары һәм традициялары буйынса мауыҡтырғыс сюжеттар, юморға бай файҙалы мәғлүмәт, өҫтәл уйыны, социаль селтәрҙә ойошторолған конкурстар, «НУРТИН-банк» уйыны балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы.
«Тамыр» телеканалы командаһы «Нурбостан»ды республика райондарында һәм Рәсәй төбәктәрендә күрһәтә.
«Йырлы донъя Нурбостан» байрамында йәш тамашасыларҙы «Тамыр» телеканалының йыр студияһы, «Сулпылар» конкурсы еңеүселәре һәм республиканың бейеү ансамлдәре ҡатнашлығындағы концерт, шулай уҡ уйындар, бүләк уйнатыу, СТЕРХ икмәк комбинатынан тәм-томдар көтә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: