Ведомство башлығы билдәләүенсә, урман ресурстарын яңыртыу Башҡортостан хөкүмәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.
Урмандарҙы тергеҙеү эштәре «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә алып барыла. Маҡсатлы күрһәткестәрҙе арттырып үтәлгән, ул 109,4% тәшкил итте, йәғни урмандарҙы тергеҙеү киҫелгән майҙанға ҡарағанда 1,3 мең гектарға артығыраҡ һәм 15,3 мең гектар. Был һуңғы ун йыл эсендәге иң ҙур күрһәткес. Урмандарҙы яһалма тергеҙеү майҙаны буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урында, Рәсәйҙә – етенсе.
Быйылғы йылға план 14,3 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урман тергеҙеү.
- 23 апрелдән 23 майға тиклем республиканың урман фонды ерҙәрендә урмандарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡ үткәрәбеҙ, - ти урман хужалығы министры. – Саралар «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә ойошторола. Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80-се йыллығына арнала. Беҙҙең республика территорияһында саралар «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы ҡыҫаларында барасаҡ.
Быйыл акция ике этапта үтәсәк: 24 апрелдә климат шарттарын иҫәпкә алып, торлаҡ пункттарҙа, дәүләт урман фонды ерҙәрендә йәшелләндереү ойошторола, 15 майҙа урмандарҙа ағастар ултыртыу эштәре үтәсәк.
Акцияны үткәреү өсөн һәр бер муниципалитетта дөйөм майҙаны 251 гектар тәшкил иткән 65 урман участогы әҙерләнгән, унда бер миллион тирәһе үҫенте ултыртыласаҡ.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ағас ултыртыуҙа ҡатнашырға теләүселәр өсөн интерактив ҡушымта эшләй. Унда ултыртыу өсөн әҙерләнгән майҙандарҙы күрергә була. Һайлаған урынға тиклем маршрутты төҙөү мөмкинлеге лә бар.
Акцияның берҙәм стилен булдырыу өсөн брендбук һәм ағастарҙы ултыртыу һәм үҫентеләрҙе тәрбиәләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнгән.
Шулай Һуңғы ҡыңғырау байрамында сығарылыш кластар уҡыусылары менән иҫтәлекле ағас ултыртыу акцияһы планлаштырылған. Үҫентеләр ултыртыуҙа республиканың эре предприятиелары ҡатнашыу ҙа изге традицияға әүерелде.