Рух
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 14:54

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫНДА – “ҺАНДАР ДӘРЕСЕ”

2021 йылдың 16-28 мартында Бөтә Рәсәй «Һандар дәресе» белем биреү акцияһы сиктәрендә Талбазы ауылы лицейында «Пилотһыҙ транспорт» темаһы буйынса һандар дәресе үткәрелде. Яндекс компанияһы ойошторған сарала 1-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыбашкортостан

Дәрестәр 2019 йылдың сентябрендә ошо уҡыу йортонда эш башлаған «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар йүнәлештә белем биреү үҙәгенең мобиль кластарында үтте.
Приборҙар эшләү һәм мәғлүмәт технологиялары үҫеше кешенең транспорт сараһы менән идара итеү функцияһын компьютерға тапшырыу мөмкинлеген бирә. «Һандар дәресе» нәҡ ошо инновацион темаға арналған, ул транспортҡа пилотһыҙ идара итеүҙә үҙ технологиялары һынай һәм ҡуллана.
Был дәрестә уҡыусылар тема буйынса роликтар ҡараны, әңгәмәлә ҡатнашты, фекер алышты. Улар пилотһыҙ автомобилдең үҙенең торған урынын билдәләй алыуын, тирә-яҡтағы объекттарҙы таныуын, уларҙың хәрәкәтен алдан тойоуын, маршрутын планлаштыра белеүен төшөндө.
Уҡыусылар был технологияны тормошҡа ашырыуҙың техник нескәлектәре менән танышты. Пилотһыҙ автомобилгә уратып алған донъяны «күреү»ҙә ярҙам иткән сенсорҙар (лидар, радар, видеокамералар) тураһында белделәр. Шулай уҡ пилотһыҙ автомобиль менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм юл шарттарын иҫәпкә алып хәүефһеҙ идара итеү өсөн яңы технологиялар менән таныштылар.
Онлайн тренажер ярҙамында алған белемдәрен практикала нығытып, балалар сертификат алды. Тренажерҙа эшләгәндән һуң, 5 - 11 класс уҡыусылары пилотһыҙ транспорт булдырыу өҫтөндә ниндәй һөнәр эйәләре эшләүе тураһында мәғлүмәт алды.
Читайте нас: