"Шағир көндәлеге" картинаһын ижад итеүгә халыҡ та ярҙам итте. 2019 йылдың авгусында фильм тураһында йәмәғәтселеккә иғлан ителгәндән алып 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған.
Фильмды билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрә.
Сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова.
Фильмда халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың кескәй сағы ла күрһәтеләсәк. Өлкән Рәмиҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Кәбиров, ә үҫмер ваҡытын Өфө сәнғәт институты студенты Линар Байымов башҡара.
Ә инде кескәй Рәми ролендә "Һеңлекәш" фильмында танылыу алған Арыҫлан Ҡырымсурин уйнай.
Республика матбуғаты материалы буйынса әҙерләнде.
Фото: Instagram›arslan_krymchurin