Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 23:28

«БАШҠОРТОСТАН СОДА КОМПАНИЯҺЫ» МЕНӘН РЕСПУБЛИКА ИДАРА ИТӘСӘК

Матбуғат, телевидение яңылыҡтары буйынса белеүебеҙсә, Рәсәй президенты Владимир Путин «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте акцияларының 38,3% Башҡортостан Республикаһы милкенә, шулай уҡ 11,7% плюс бер акцияны ышаныслы идараға тапшырыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй 24 телеканалына ошо турала аңлатма бирҙе, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Ҡуштауҙы эшкәртеү ихтималлығы тураһында мәсьәлә тулыһынса ябылды, тине Радий Фәрит улы.

«Рәсәй президентының бөтә ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырғандан һәм документтарҙы рәсмиләштергәндән һуң предприятие менән идара итә башлайбыҙ, — тине ул. — Ләкин ошо ваҡытҡа тиклем үк республика халҡының үтенесе буйынса Ҡуштауға тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын бирергә хәл иткәйнек. Йәғни шихан һаҡлана тигән статус алды. Беҙ өс шихан урынлашҡан бөтә биләмә буйынса ЮНЕСКО геопаркы статусын алыу өсөн досье ебәрҙек. Йәғни беҙ артабан киттек. Ошо шиханға халыҡ-ара статусын бирергә теләйбеҙ. ЮНЕСКО-ла ғаризабыҙҙы ҡарауҙың беренсе этабын уңышлы үттек. Ҡәтғи ҡарар көтәбеҙ. Шуға күрә бөтә көсөбөҙ менән шихандарыбыҙҙы һаҡлап ҡалырбыҙ».

“Башинформ” хәбәрҙәре буйынса әҙерләнде.

Фото: шул уҡ сығанаҡтан.

Читайте нас: