Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 12:09

БАШҠОРТ ЙЫРҘАРЫНА ПАТЕНТ АЛҒАНДАР

Оҙон көй хәҙер яҡлаулы

Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫ реестры исемлегенә оҙон көй индерелгән. 100 йырҙан торған йыйынтыҡҡа патент алыуға ирешелгән.

Роспатенттың базаһында һәр композиция буйынса тарихи белешмә, музыкаль нотация, текст кеүек мәғлүмәт тупланған. Көйҙө тыңлау өсөн махсус һылтанма бирелгән.

Тәүге исемлеккә ингән 100 йыр араһында «Байыҡ», «Зөлхизә», «Ҡаһым түрә» «Ете ҡыҙ», «Хан ҡыҙы» һәм башҡалар бар. Реестр Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында баҫыла.
Республика матбуғатынан.
Фото: “Башинформ”
Читайте нас: