Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 14:47

Республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Ҡурай байрамы быйыл 20-се тапҡыр ойошторола. Ул 21-22 майҙа Октябрьский ҡалаһында үтәсәк.
Конкурста үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнаша ала.
  • 12 йәшкә тиклемгеләр һәм 12-16 йәшлектәр бер турҙа ярыша, оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй уйнай.
  • 16 йәштән өлкән ҡурайсылар өсөн конкурс ике турҙа ярыша. Һәүәҫкәр солистар үҙҙәре һайлаған дүрт әҫәрҙе башҡара.
  • Ҡурай класы буйынса урта һәм юғары профессиональ белем тураһында дипломы булған профессионалдар оҙон көйҙө уйнап күрһәтергә тейеш, улар билет буйынса ла көй башҡара. Улар өсөн 100 әҫәр башҡарырға кәрәк, араларында «Ашҡаҙар», «Һандуғас», «Сибай», «Буранбай», «Томан» һәм башҡалар бар.
  • Ҡурайсылар ансамблдәре бер турҙа, ике йәш категорияһында ярыша.
    Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамы милли уйын ҡоралын пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатын тормошҡа ашыра.
    Ҡурай байрамында ҡатнашыу өсөн ғаризалар [email protected], [email protected] электрон адрестары буйынса 15 майға тиклем ҡабул ителә.
    Ойоштороу мәсьәләләре буйынса 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге адресы буйынса мөрәжәғәт итергә. Телефон: 8 (347) 289-65-50, Әхмәтйәнова Эльвира Искәндәр ҡыҙы.
    Байрам тураһында положениены Республика халыҡ ижады үҙәгендә алырға була.
    “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәренән.
    Читайте нас: