Рух
+10 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 16:23

Республика онкодиспансеры табиптары семинарҙар үткәрә

Республика клиник онкология диспансерында тиреләге, ирен һәм ауыҙ ҡыуышлығындағы яман шештәрҙе профилактикалау һәм иртә диагностикалау буйынса өйрәтеү семинарҙары үткәрелә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Баш һәм муйын тирәһендәге яман шеш онкологияла төп проблемаларҙың береһе булып тора, Рәсәй һәм донъялағы кеүек үк Башҡортостанда ла ауырыу һәм үлем осраҡтары буйынса алдынға урындарҙы биләй.
6-сы хирургия бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты Шамил Мусин беренсе звено белгестәре тарафынан онкология хәүефен иртә асыҡлау, пациенттарҙы тире, ирен һәм ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше булыу-булмауын тикшереүгә ваҡытында йүнәлтеү һорауҙарына арналған сираттағы семинарҙы үткәрҙе.
Семинарҙа республика медицина ойошмаларынан участок терапевтары, фельдшерҙар, беренсел звено белгестәре ҡатнашты.
Унда пациенттарҙы тикшереүгә ебәреү ваҡыты, дистанцияла консультация алыу мөмкинлектәре, тире, ирен һәм ауыҙ ҡыуышлығы яман шешенә шик булғанда пациенттарҙы артабан тикшереү һорауҙары буйынса фекер алыштылар.
Сара барышында был патологияны дауалауҙа заман мөмкинлектәре, диагностикалау мәсьәләләре яҡтыртылды.
Төрлө урындарҙағы яман шеш ауырыуҙары тураһында лекциялар аҙна һайын ойоштороласаҡ.
Читайте нас в