Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 12:21

ЯЛ КӨНДӘРЕНӘ ҺАУА ТОРОШО

Башҡортостанда бер аҙ йылыта.

Бөгөн, 26 мартта, әллә ни яуым-төшөмһөҙ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Көндөҙ +2,+7 градус.
Синоптиктар 27 мартта урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасағын, төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ буласағын белдерә. Төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын ел иҫәсәк. Төндә -3,-8, аяҙытҡанда -13, көндөҙ +2,+7 градус.
Йәкшәмбе, 28 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә -3,-8, аяҙытҡанда -13, көндөҙ 0,+5 булыуы көтөлә.
Читайте нас: