Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2021, 22:08

«Шағир көндәлеге» фильмы төшөрөлә башлай

29 мартта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған фильмды төшөрөүсө ижади төркөм эш башлай, тип хәбәр итә «Башинформ».

Шуныһы үҙенсәлекле: «Шағир көндәлеге» — халыҡ ярҙамына таянған тәүге фильм. Был республика тарихында беренсегә.
2019 йылдың авгусында фильм тураһында йәмәғәтселеккә иғлан иткәндән алып халыҡтан 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Илдәге пандемия хәүефенә бәйле фильм буйынса эштәр туҡталғайны, 2020 йылдың декабрендә йәнә тергеҙелде.
Фильмды билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрә. Уға Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлыҡ итә.
«Минең өсөн Рәми Ғарипов – үҙен, телен, мәҙәниәтен, тарихын үҫтереү менән шөғөлләнгән кешенең сағыу вәкиле. Ул — үҙенең мәҙәниәтенә донъяныҡын йәлеп иткән цивилизатор: Мәскәүҙә уҡыған, тәржемәсе булған, тотош мәктәп булдырған, журналдар асҡан. Минең өсөн ул юғары мәҙәниәт, ижад, йәшәү стандарты булып тора. Үҙеңде юғалтмау бик ҡатмарлы, ә ул юғалтмаған. Рәми Ғариповтың шиғриәтенә уның көндәлектәре аша килдем», — тип һөйләне кинорежиссёр Булат Йосопов.
Күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә бағышланған «Беренсе Республика» трилогияһына «Бабич» һәм «Беренсе Республика» картиналары инә, өсөнсө өлөшө — Рәми Ғарипов тураһында тулы метражлы нәфис фильм «Шағир көндәлеге».
Режиссер трилогияның тәүге ике өлөшөндә төҙөлгән команда менән эшләй. Сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова.
Шағирҙың улы Азамат Ғарипов әйтеүенсә, атаһы һәм үҙҙәренең ғаиләһе тураһында һәр эште йөрәгенә бик яҡын ҡабул итә, фильмда ла акценттарҙы дөрөҫ ҡуйыу мөһим.
Фильмдың 23,3 миллион һумлыҡ бюджеты әлегә 70 процентҡа тәьмин ителгән, 16 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Продюсер Леонид Филинов картина авторҙарының ябай тамашасыларға, меценаттарға, эшҡыуарҙарға һәм дәүләткә таяныуын билдәләне.
Читайте нас: