Рух
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 21:25

«ЙЫЛ ЭКСПОРТЛАУСЫҺЫ» КОНКУРСЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

«Йыл экспортлаусыһы» конкурсының комиссияһы 2020 йыл йомғаҡтары буйынса документтарҙы тикшереү процедураһын тамамланы, уның барышында иң яҡшыһы исеменә дәғүә итеүселәр билдәләнде.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Был конкурс ситкә тауар һатыуҙың абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Һәм, әлбиттә, дәғүәселекте үҫтереү маҡсаты ла ҡуйылған.
Быйыл конкурста республиканың 29 компанияһы, шул иҫәптән 20 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, 9 эре бизнес вәкилдәре ҡатнашты. Конкурс комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса 10 номинацияла 10 еңеүсе иғлан ителде.
«Йыл экспортлаусыһы» конкурсы әҙер продукция йәки үҙ хеҙмәтен экспортлаған Башҡортостан компаниялары һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында үткәрелә.
Ҡатнашыусылар бер нисә критерий буйынса баһаланды, унда продукцияны экспортлауҙың йыллыҡ күләме, экспортҡа тапшырыу һаны, географияһы, продукция исемлеге, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдә халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу инә.
«Сәнәғәт өлкәһендә йыл экспортлаусыһы. Эре бизнес» номинацияһында «Урал пружина заводы»
«Агросәнәғәт комплекстары араһында йыл экспортаусыһы. Эре бизнес» – «Шишмә шәкәр заводы»;
«Яңы география. Эре бизнес» – «Башспирт»;
«Йыл уңышы. Эре бизнес» – «Кроношпан ОСБ»;
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында сәнәғәт өлкәһендә йыл экспртаусыһы» - «Туймазытехуглерод»;
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында агросәнәғәт комплексы өлкәһендә» – ««Башҡорт бройлеры» идара итеү компанияһы;
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә йыл экспортлаусыһы» – «Фирма «БИС»;
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында юғары технологиялар өлкәһендә йыл экспортлаусы» – «ТД Мега».
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йыл асышы» – «Грайн» компанияһы;
«Яңы география. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары» – «ТрансТерминалЛес»;
Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереү" милли проектының маҡсаттарына ла ирешергә кәрәк. Конкурс шуға бәйле эштәрҙең бер өлөшө генә.
Читайте нас: