Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 23:20

СТУДЕНТТАР ӨСӨН "АСЫҠ ИШЕКТӘР КӨНӨ"

24 мартта Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы Халыҡ-ара урмандар көнөндә “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрҙе. Унда Башҡорт дәүләт аграр университетының ошо профилдәге факультетынан 2-се һәм 3-сө курстары студенттары килде. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов студенттарҙы ведомствоның урмандарҙы һаҡлау буйынса төп мәсьәләләре менән таныштырҙы, «Экология» милли проекты сиктәрендә «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проектын тормошҡа ашырыу тураһында ҡыҫҡаса һөйләне.
Икенсе йыл инде бөтә күрһәткестәр ҙә, планға индерелгән саралар ҙа тулы үтәлгән. Әлеге ваҡытта урман ресурстары менән һөҙөмтәле идара итеү һорауҙары айырыуса мөһим. Дөйөм стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү уңышы урман тармағы хеҙмәткәрҙәре эшенән тора.
Министр билдәләүенсә, урманды законһыҙ ҡулланыусылар менән, урман янғындарын булдырмау йүнәлештәрендә әүҙем эш алып барыла. Шулай уҡ урман тармағында һанлаштырыу технологиялары ла индерелә.

«Асыҡ ишектәр көнө»ндә ҡатнашыусылар Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Төбәк диспетчер хеҙмәтенең эше менән танышты. Бында тәүлек әйләнәһенә урман фондында булған хоҡуҡ боҙоуҙар, янғындар тураһында хәбәрҙәрҙе ҡабул итәләр. Белгестәр онлайн режимда Амур өлкәһендәге янғын нөктәләрен күрһәтте.
Был сараның төп маҡсаты – башҡарма власть органдарының асыҡлығын, йәштәргә һөнәри йүнәлештәрендә ярҙам итергә әҙерлектәрен күрһәтеү, тармаҡҡа йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, урмансы эшен танытыу, тип белдерә министрлыҡтың аналитика һәм ойоштороу эше бүлеге начальнигы Айрат Искәнйәров.
Читайте нас: