Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 13:56

ӨФӨ СИМВОЛИКАҺЫ ТӨШӨРӨЛГӘН ПОЕЗД – МӘСКӘҮ МЕТРОҺЫНДА

Мәскәү метроһында Башҡортостан һәм Өфө символикаһы төшөрөлгән поезд йөрөй башлаясаҡ.

Был турала баш ҡала мэры Сергей Греков хәбәр иткән.

Ул билдәләп үтеүенсә, үҙебеҙҙең брендты күрһәтеү мәскәүҙәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары араһында Өфөнө һәм Башҡортостанды танытыуға тос өлөш индерергә тейеш.

Ҡаланың транспорт системаһын баһалау өсөн Өфөгә Мәскәү проект институты белгестәрен саҡыралар. Улар сәфәр йомғаҡтары буйынса Өфө белгестәренә тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш.22 мартта Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Мәскәү мэры урынбаҫары Максим Ликсутов менән осрашыуҙа был турала уртаҡ фекергә килеүҙәрен хәбәр итте.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәре буйынса.
Фото: шул уҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: