Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 15:53

«БИРЕШМӘ!» БАЛАЛАР ПРЕМИЯҺЫ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында «Бирешмә!» балалар премияһы еңеүселәре бүләкләнде.

Был награда өсөнсө тапҡыр тапшырыла.
Телеүҙәктең төп студияһына балалар, конкурс жюриһы, ведомство етәкселәре, популяр йәш башҡарыусылар һәм лауреаттар йыйылды.
Еңеүселәр ете номинация буйынса һайлап алынды. Абруйлы наградаға дәғүә иткән 405 үҫмер араһынын ете еңеүсене генә һайлап алыу жюриға бик ҡатмарлы була.
Бына улар:
  1. Бирешмә! Ярҙам ит! Бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙған йәш геройҙарға. Еңеүсе Руслан Хәбиров, Иглин районы.
  2. Бирешмә! Белемгә ынтыл! Уҡыуҙа һәм фәндә уңышҡа өлгәшкән ҡыҙыҡһыныусан балаларға. Еңеүсе Ирхан Үтәбаев, Бөрйән районы.
  3. Бирешмә! Көслө бул! Спортта ҙур еңеүҙәр яулаған көслө рухлы үҫмерҙәргә. Еңеүсе Карина Сәғитова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
  4. Бирешмә! Ижад ит! Сәнғәттә үҙ һүҙен әйтергә ынтылған йәш ижадсыларға. Еңеүсе Юлдаш Мусин, Баймаҡ районы.
  5. Бирешмә! Телеңде үҫтер! Еңеүсе Фирҙәүес Мөхәмәтова, Мәсетле районы. Башҡорт телен үҫтергән, әҙәбиәтте һәм фольклорҙы популярлаштырған өсөн.
  6. Бирешмә! Ереңде һаҡла! Тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтарға. Еңеүсе Гөлсинә Нәбиуллина, Белорет районы.
  7. Бирешмә! Медиадонъяны яула! Йәш журналистарға, режиссерҙарға, операторҙарға, фотографтарға, блогерҙарға. Еңеүсе Айгүзәл Вәлиева, Ҡырмыҫҡалы районы.
  8. Бынан тыш, Өфөнән Данир Абдрахмановҡа, Стәрлетамаҡтан Тимур Сәғитовҡа һәм «Тамыр» телеканалының йәш хәбәрсеһе Рөстәм Төхбәтовҡа махсус бүләктәр тапшырылды.
    Ирекмән булып эшләүсе Руслан Хәбиров Республика инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәгендә белем ала. Бәләкәйҙән үк ата-әсәһеҙ ҡалған егет йөрәгенә биш операция кисергән. Ул бирешмәгән, тормоштан ваз кисмәгән, киреһенсә, эҙәрмән отрядын ойошторған. Руслан әйтеүенсә, ҡасандыр уға башҡа кешеләр ярҙам иткән, операцияға аҡса йыйғандар. Хәҙер үҙенең башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙа алыуы менән бәхетле.
    Тантанаға Рөстәм Ғиззәтуллин, Тимур Ямалов, Гәлсәр Байғусҡарова, «Бирешмә!» төркөмө һәм «Тамыр» телеканалының йыр студияһының сығыштары йәм өҫтәне..
    «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса әҙерләнде.
    Читайте нас: