Башҡорт дәүләт университетының «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге етәксеһе, журналистика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Алмас Шаммасов был турала түбәндәгеләрҙе белдерә: ««Әҙәби йома» йәнле аралашыу, ижади мөхит, фекер алышыу, бер-береңде хөрмәт итеү принциптары буйынса эшләй. Төп маҡсат – әҙәбиәт, шиғри һүҙ һөйөүселәргә, үҙенең ижады менән уртаҡлашырға, тәжрибәле әҙәбиәтселәрҙең фекерен ишетергә теләгәндәр өсөн майҙансыҡ булдырыу. Был яҙыусыларыбыҙға ла студенттар менән яҡынданыраҡ танышырға, яңы исемдәр асырға ярҙам итер тип ышанабыҙ».
Билдәле шағирҙар Салауат Әбүзәр һәм Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, «Әҙәби йома»ның тәүге ҡунаҡтары, яҙыусылар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләне, студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлеште, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Кисәлә шиғырҙар, ҡурай моңо, студенттар – «Шоңҡар» берекмәһе ағзаларының шиғырҙары, шаяртыуҙар, көләмәстәр яңғыраны.
«Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультеты яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыуҙар аша йәштәргә әҙәбиәтте, шиғриәтте яратырға һәм аңларға ярҙам итергә тырыша. Бындай осрашыуҙар йыш ойошторолор, улар студенттарға һәм уҡытыусыларға, әҙәбиәтебеҙгә һәм филология фәненә бик кәрәк», — ти факультет деканы Гөлфирә Абдуллина.