1 апрелдән Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш үҙәгендә быға тиклем булған 1301 телефоны 122-гә үҙгәртелә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан - 1301 берҙәм номеры яҡшы эшләп килгән Рәсәйҙәге берҙән-бер төбәк. Ҡағиҙә булараҡ, көтөү ваҡыты бер минуттан артмай, ҡыҫҡа һанға килгән шылтыратыуҙар тарифҡа ярашлы.
Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 19.00 сәғәткә тиклем табипҡа ҡабул итеүгә яҙылырға, өйгә саҡырырға, вакцинацияға яҙылырға мөмкин.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: республика халҡына белгестәргә регистратура аша, табипта булған ваҡытта, мәғлүмәт киоскылары аша, телефон йәки интернет аша яҙылырға ла була.