Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 18:40

МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕНӘ ДӘҮЛӘТ НАГРАДАЛАРЫ ТАПШЫРЫЛДЫ

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө алдынан Башҡортостан Башлығы республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тантаналы тапшырҙы.

Бөгөн ошо өлкәлә хеҙмәт итеүсе 60 кеше дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
Салауат Юлаев орденына Башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Фән Вәлиәхмәтов, композитор Рәмил Ғимранов, дирижер һәм композитор, Башҡортостан гимны авторы Фәрит Иҙрисов, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллинға бирелде.
«Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән абруйлы исемде хәҙер популяр йырсылар Әнүәр Нурғәлиев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет, Фәрүәз Урманшин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Йәмил Әбделмәнов, Башҡорт драма театры артисы Алһыу Бәхтиева ғорур йөрөтәсәк.
Быйыл республикала иң төп мәҙәни ваҡиға –булып Бөтә донъя фольклориадаһы тора. Шулай уҡ Сергей Аксаковҡа, Мифтахетдин Аҡмуллаға, Нәжиб Асанбаевҡа, Сергей Довлатовҡа арналған юбилей форумдары уҙғарыу планлаштырыла. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы асыла. Радий Хәбиров һабантуйҙар ҙа ойошторолор тигән өмөтөн белдерҙе.
“Башинформ” мәғлүмәте буйынса.
Фото шул уҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: