Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 10:07

#Ҡырымяҙы фоточелленджында ҡатнашығыҙ!

Йәшеллеккә күмелгән, ғәжәп матур Гурзуф, ҙур айыуға оҡшаған Айыу-Дағ тауы, диңгеҙ өҫтөндә урынлашҡан архитектура һәм тарих һәйкәле “Ҡарлуғас ояһы”ның ғорур күренеше, Баҡсаһарай һәм Генуя ҡәлғәһе...Ә һеҙ Ҡырымды ҡайһы яҡтан күрҙегеҙ?

Башҡортостан халҡын 18 марттан 21 мартҡа тиклем барған #Ҡырымяҙы фоточелленджында ҡатнашырға саҡыралар. Ҡырымға сәйәхәтегеҙҙең йәки унда ял иткәндәге хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Ҡатнашыу өсөн
1)“Бәйләнештә” (“В контакте”), “Класташтар”(“Одноклассники”), инстаграм, фейсбук һ.б. социаль селтәрҙәрендә фото ҡуйығыҙ,
2) Ҡырым менән бәйле хәтирәгеҙ йәки тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.
3) Эстафетаны үҙегеҙҙең биш дуҫығыҙға йәки туғандарығыҙға тапшырығыҙ.
4) Акцияның махсус хештегтарын ҡуйығыҙ: #Крымскаявесна һәм #РоссияСевастопольКрым
Иң күп лайҡ йыйған фотолар “Молодежная газета”ла баҫылып сығасаҡ.
Читайте нас: