Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 10:57
ЫЛАСЫН ҠАЙҘА ОЯ ҠОРА?
Ыласын-сапсандар Өфөләге Уралсиб банкыһының ҡыйығына тағы ла килеп урынлашҡан
Ҡоштар бына 16 йылдан ашыу инде йыл һайын бында бала сығара. Ә 2019 йылдан башлап банктан онлайн-трансляция алып барыла, ыласын ғаиләһенең көнкүрешен күҙәтергә мөмкин.
16 мартта камера ата ыласындың килеүен теркәгән. Орнитолог фекеренсә, ҡош территорияһын әҙерләй һәм башҡа дәғүәселәргә урындың биләнгәнлеген күрһәтә.
Быйыл банк хеҙмәткәрҙәре ҡошсоҡтар донъяға килгәнгә тиклем бер нисә көн алдан трансляция башларға ниәтләй. Эксперттар фаразы буйынса, яҡынса 14-15 апрелдә инә ҡош йомортҡа һала, ә бәләкәстәрҙе май уртаһынан да иртәрәк күреп булмаясаҡ.
(
Моя Уфа | Новости
(
https://vk.com/myufa
) сайтынан).
Белешмә
Сапсан
—
ҡарға
ҙурлығындағы ыласындар ғаиләһендәге йылғыр йыртҡыс ҡош.
Осҡанда оҙон һәм осло ҡанаты, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә салына. Текә ултыра. Һырты ҡара көрән, кәүҙәһенең аҫ яҡы уҡ башағы һүрәтендәге ҡара көрән таптар менән сыбарланған кҡрәнһыу һары. Күҙҙәре эргәһенән мыйыҡҡа оҡшаған һыҙыҡтар үтә. Шоңҡарҙан бәләкәйлеге, балабандан дөйөм ҡара төҫө менән айырыла. Ер йөҙөндәге тере заттарҙан иң етеҙе. 322 км сәғәтенә оса, йәғни секундына 90 метр.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?