Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2021, 22:14

ИР-ЕГЕТТӘР ҠОРО БУЛАСАҠ

16 апрелдә “Торатау” конгресс-холында I Башҡортостан ир-егеттәре форумы үтәсәк.

Уны Башҡортостандың “Ир-егеттәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы республика Башлығы Хакимиәте ярҙамы менән ойоштора. Форумда йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр һәм республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан алдынғы ҡарашлы ир-егеттәр ҡатнашасаҡ.
Форум барышында әүҙем, өлгөлө һәм лайыҡлы ир-егеттәргә, уларҙың йәмғиәттәге социаль статусын күтәреү маҡсатында “Ил терәге” исемле йәмәғәт наградаһы тапшырыу ҡаралған.
– Башҡортостанда бындай сара тәүге тапҡыр уҙасаҡ. Ойоштороусылар алдында әүҙем һәм егәрле ир-егеттәрҙе берләштереү буйынса яуаплы эш тора. Урал аръяғы райондарында ирҙәр ҡоро кеүек ойошмалар бар һәм төрлө кимәлдә эшләп килә, беҙгә көстәребеҙҙе берләштереп, бер йүнәлештә эшләү мөһим. Әле ойошма тарафынан сәләмәт һәм айыҡ тормош асылын пропагандалау, йәмғиәттә атай абруйын арттырыу, райондарҙағы ир-егеттәр ҡоро менән бергә эшләү алымдарын яйға һалыу буйынса бер нисә йүнәлеш билдәләнгән дә инде. Ошо һәм башҡа йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда I Ир-егеттәр форумын йыябыҙ– тип үҙ фекерен белдерә Башҡортостан Ир-егеттәр ҡоро рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Фото: vk.com/sovet_mujchin_rb
Республика матбуғаты материалдары буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: