Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2021, 10:00

II «ТАҘА ИЛ» ХАЛЫҠ-АРА ФОРУМ – КҮРГӘҘМӘҺЕНДӘ «ЭКОЛОГИЯ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫН ТОРМОШҠА АШЫРЫУҘЫ ТИКШЕРӘСӘКТӘР

«Экология» милли проектының барлыҡ йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуға арналған Рәсәйҙәге был ҙур сара 16 мартта Сколково инновациялы үҙәгенең технопаркында үҙ эшен башланы.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Рәсәй тәбиғәт министрлығы ярҙамында «Таҙа ил» ассоциацияһы ойошторған был форумда власть органдары һәм бизнес вәкилдәре, экологик йәмәғәт берләшмәләре, профилле киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша. Башҡортостан республикаһынан менән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Нияз Фазылов ҡатнаша.
- «Таҙа ил» халыҡ-ара форумы - Рәсәй субъекттары араһында «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн идеаль майҙансыҡ. Ассоциация технологияларҙы үҫтереү өлкәһендә иң яҡшы квалификациялы белгестәрҙе һәм спикерҙарҙы саҡырған, - тип билдәләне Нияз Фазылов.
Форум сиктәрендә «Экология» милли проектының ҙур үҙгәрештәрен тикшереүгә, шулай уҡ һәр федераль проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен хәл итеүгә баҫым яһау, экология проекттарын үҫтереү буйынса халыҡ-ара тәжрибәне үҙләштереү планлаштырылған.
Форумдың төп ваҡиғаһы булып «Экология өлкәһендә кадрҙар потенциалын формалаштырыу» сессияһы, Волга буйы федераль округы вәкилдәре ҡатнашлығындағы «Алдынғы экотехнологиялар» белем биреү консорциумының координация һәм попечителлек советының киңәйтелгән ултырышы тора.
Сессия сиктәрендә форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар экология өлкәһендә тотороҡло үҫеше буйынса глобаль яңылыҡтарҙы тикшерәсәк, «I һәм II класслы хәүефле техноген ҡалдыҡтарын эшкәртеү, зарарһыҙландырыу һәм утилләштереү» инновацион тулы циклының комплекслы фәнни-техник проекты буйынса фекер алышасаҡ.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, бөтә өс көн дауамында күргәҙмәләр эшләйәсәк, унда ҡунаҡтар яңы технологиялар өлкәһендәге бөтә йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биргән яңылыҡтар тураһында белә ала. Улар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар, сәнәғәт ҡалдыҡтары менән эш итеү, таҙа һауа, һыу, урман, экологик туризмды, биотөрлөлөктө һаҡлау һәм ҡурсаулыҡтарҙы үҫтереү сфераларын үҙ эсенә ала.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы
Читайте нас: