Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар һарауысты нисек тегеү технологияһы, уны биҙәү, фонын тултырыу варианттары менән танышты. Был дәресте үткәреүҙә оҫта Роза Юлдашбаева ҙур ярҙам күрһәтте.
Сара аҙағында «Селтәр» студияһы оҫтабикәләренә башҡорт халҡының традицион кәсептәрен һаҡлауҙа һәм таратыуҙа индергән шәхси өлөштәре өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Фотолар: Республика халыҡ ижады үҙәгенең сайтынан алынды.