Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 09:34

«ӨС ТАҒАН» ФИЛЬМЫ - ТОП-20 ИСЕМЛЕГЕНДӘ!

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы ике йылдан һуң ҙур экрандарға сыҡты. Айнур Асҡаровтың кинокартинаһы прокатта дүрт көн эсендә Рәсәй буйынса тамашасылар һөйөүен яуланы.

4 марттан Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин булды. Байрам осоронда фильм кассалар аша үҙенең беренсе миллион һумын йыйҙы, уны ете меңдән артыҡ кеше ҡараған. Был турала «Башинформ» хәбәр итте.
Фильмдарҙы кинозалдарҙа күрһәтеү тураһында федераль мәғлүмәт системаһы күрһәткестәре буйынса, «Өс таған»дың бындай танылыуы ил буйынса прокаттың Топ-20 исемлегенә инергә булышлыҡ иткән.
Уның сифаты ла яҡшы. «Ике йыл буйына 50-нән ашыу кеше эшләне, һәм мин ҙур ышаныс менән башҡорт киноһында ошондай сифатлы тауышты һәм һүрәтте күргәнегеҙ юҡ тип әйтә алам! Ә музыкаһы ниндәй! Бәлки, iMAX залында ла күрһәтербеҙ», — тигәйне режиссер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премьера алдынан «Өс таған» фильмы башҡорт классигының тыуыуына 100 йыл тулған йылда юбилей саралары барышында күрһәтелде.
Читайте нас: